logo
Модельная библиотека №2
г. Октябрьский Республика Башкортостан

Часы работы


Понедельник - пятница – 10.00-18.00;
Суббота - 10.00 - 18.00;
Воскресенье - Выходной
Последний рабочий день месяца - санитарный день

“Һеҙгә әйтер һүҙем бар…”

6 март көнө, Октябрьский ҡалаһы Ағинәйҙәре 2-се һанлы китапханаға ижад кисәһенә йыйылдылар. Китапхана хужабикәһе Люзия Мостафа ҡыҙы ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алып, танышып алғас, ижад байрамын башлап ебәрҙе. Был сараны китап туйы тиһәк, дөрөҫөрәк тә булыр. Сөнки беҙҙең хөрмәтле Гөлзәйнәп апай Хәниф ҡыҙының “Һеҙгә әйтер һүҙем бар…” исемле китабы донья күрҙе. Ул үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Люзия Мостафа ҡыҙы Гөлзәйнәп апайға арналған фильм төшөрөп, беҙгә күрһәтеп шатландырҙы. Ағинәйҙәр авторҙы ҡотлап бүләктәр, яҙғы сәскә гөлләмәләре тапшырҙылар. Башҡорт халыҡ вокал ансамбле ҡыҙҙары моңло йыр, ҡубыҙ ҙа уйнап, мөнәжәт әйтеп ҡыуандырҙылар. Ағинәйҙәр етәксеһе Миңлегөл Нурый ҡыҙы Гөлзәйнәп апайға Башҡортостан Республикаһы Ағинәйҙәр етәксеһе Гөлфиә Янбаева исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Гөлзәйнәп апай бик уңған кеше икәнен күптәр белә ине. Һәр байрамға үҙенең ҡул эштәрен күргәҙмәгә алып килә ине. Ул бәйләргә лә, тегергә лә,, башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарының биҙәүестэрен эшләргә лә, таҫма менән һүрәт төшөрөргә тиһеңме, нимә генә эшләмәй. Оҫта бешерә,  балаларын, ейән – ейәнсәрен,дустарын ҡунаҡ итә. Был юлы ла уны ҙурлап был сараны әҙерләгән, ҡатнашҡан, барыбыҙға ла рәхмәт әйтеп, яҡынлашып килгән 8 Март байрамы менән ҡотлап, үҙенең китабын, бүләктәр тапшырҙы. Кисә бик күңелле үтте. Тағы ла осрашҡанға тиклем Сезгә әйтер  сүзем бар…